+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 18:39

Коронавирусҡа бәйле хәл ниндәй?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә, һәр ваҡыттағыса, коронавирус менән бәйле хәлгә ҙур иғтибар бирелде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә, һәр ваҡыттағыса, коронавирус менән бәйле хәлгә ҙур иғтибар бирелде. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостанда COVID-19 менән сирләүселәрҙең дөйөм һаны 16 меңдән артыуын билдәләп үтте. 14 декабргә ҡарата ауырыуҙар 16 317 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә 154 яңы сырхау өҫтәлгән.
Коронавирустан барлығы 13 052 кеше һауыҡҡан, шуларҙың унауһы – һуңғы тәүлектә. Табиптар инфекцияны асыҡлауға йәмғеһе 1,85 миллиондан ашыу анализ яһаған. Төбәгебеҙҙә көн һайын 25 лаборатория 11 меңдән күберәк тикшереү үткәрә. Республика дауаханаларында йоғошло сирҙәрҙән дауаланыусылар өсөн 6 405 урын әҙерләнгән. Әле уларҙың 26 проценты буш. Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы яңы йоғошло сирҙәр госпитален тулыһынса эшләтеп ебәреү өсөн кәрәкле лицензиялар алыуҙы тиҙләтергә ҡушты.
1 ноябрҙән 14 декабргә тиклем коронавирустан өйҙә дауаланыусы алты меңдән ашыу пациент бушлай дарыу алған.
Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Халыҡтың 50 проценты прививка яһатҡан да инде. Радий Хәбиров был күрһәткесте 60 процентҡа еткереү мөһимлеген билдәләне.
Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация старт алды. 1 200 дозанан торған партиялағы препараттың беренсе компоненты 97 процентҡа файҙаланылған. 13 декабрҙә Башҡортостанға вакцинаның 1 900 дозанан торған тағы бер партияһы килтерелде. Прививка беренсе сиратта табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә, полиция хеҙмәткәрҙәренә яһаласаҡ. Радий Хәбиров шулай уҡ COVID-19 менән ауырыусыларға аҙыҡ-түлек илтеүсе һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтеүсе волонтерҙарға ла вакцина эшләү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Максим Забелин 10 ноябрҙән мотлаҡ үҙизоляция режимы индереү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр араһында сирләүҙәр 22 процентҡа кәмеүен белдерҙе.
Республикала Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге үҙ эшен дауам итә. 16 ноябрҙән алып (347) 218-19-19 телефоны буйынса ҡыҙыу линияға барлығы 19 014 мөрәжәғәт булған. Уларҙың күпселеге поликлиникала амбулатор дауаланыуҙы ойоштороуға, коронавирус менән сирләүселәрҙе дарыу менән тәьмин итеүгә, COVID-19-ға тест һөҙөмтәләрен аныҡлауға ҡағыла. Хәҙер ковид-госпиталдәрҙә дауаланыусыларҙың туғандары, үҙәктә эшләй башлаған белешмә хеҙмәтенә шылтыратып, яҡындарының хәлен һораша ала. Был хеҙмәткә көн һайын, хатта ял көндәрендә лә, 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: