+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 11:20

Хаҡтарҙы “ҡатырып” булырмы?

Президент риза түгел, тип яҙғайныҡ. Көндәлек ризыҡ һаналған онға, көнбағыш майына, шәкәргә, йомортҡаға һуңғы арала хаҡтар ярайһы күтәрелеп киткәйне. Президент Владимир Путин был хәлгә Хөкүмәттең иғтибарын йүнәлтте.

Президент риза түгел, тип яҙғайныҡ.
Көндәлек ризыҡ һаналған онға, көнбағыш майына, шәкәргә, йомортҡаға һуңғы арала хаҡтар ярайһы күтәрелеп киткәйне. Президент Владимир Путин был хәлгә Хөкүмәттең иғтибарын йүнәлтте.
“Известия” гәзите хәбәр итеүенсә, 2021 йылдың 1 ғинуарынан шәкәргә һәм көнбағыш майына хаҡтар бер кимәлдә ҡалыуы ихтимал. Әле был турала төрлө ведомстволар араһында һөйләшеүҙәр алып барыла икән. Әйтәйек, магазиндарҙа май – 110, шәкәр ҡомо – 45 һумдан юғары күтәрелмәҫкә тейеш, тип фараз ителә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: