+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 22:35

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү – көнүҙәк мәсьәлә

Бөгөн республикабыҙҙа мәртәбәле байрам – Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләге сығышын шул уңайҙан башҡортса башланы.

Бөгөн республикабыҙҙа мәртәбәле байрам – Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләге сығышын шул уңайҙан башҡортса башланы:
– Хөрмәтле коллегалар, беҙ бөгөн республикала Башҡорт теле көнөн үткәрәбеҙ. Был байрам менән һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡотлайым. Беҙ туған телдәрҙе һаҡлауға ҙур иғтибар бүлергә тейешбеҙ, – тине ул.
***
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов һуңғы ике йылда төбәгебеҙҙә башҡорт телен үҫтереүҙә яңы алымдар булдырылыуы хаҡында һөйләне. Түбән һөҙөмтәле элекке алымдар урынына беҙ бөгөн башҡорт телен популярлаштырыу, тел мөхитен булдырыу (бигерәк тә, бәләкәй балалар өсөн) һәм башҡорт телен өйрәнеү өсөн һанлы инфраструктуралар барлыҡҡа килтереү кеүек саралар аша эш итәбеҙ, тине ул.
– “ Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант” акцияһы киң популярлыҡ яуланы, – тип билдәләне вице-премьер. – Быйыл был акцияла 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, улар иҫәбендә Рәсәй Федерацияһының 18 төбәге һәм 24 сит ил вәкиле бар. Текстарҙың төрлө кимәлдә булыуы ҡатнашыусыларҙың һанын күпкә арттырҙы. Бынан тыш, беренсе тапҡыр диктант яҙыусыларға төньяҡ-көнбайыш диалектындағы текст варианты ла тәҡдим ителде.
***
Башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе үҫтереү буйынса грант проекттары эше лә яңыса ойошторолдо. Эштәрҙе проектлау, конкурсҡа сифатлы тәҡдимдәр әҙерләү алып барылды. Өҫтөнлөклө темалар исемлеге булдырылды. 2019-2020 йылдарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн “Сәләм”, “Bashword”, “Эшлекле башҡорт теле” мобиль ҡушымталары һәм “Әлләсе”, “IQbalaBash”, “Инофон BASH” балалар өсөн мобиль ҡушымталар әҙерләнде.
Фондтың иң әһәмиәтле проекттарының береһе – русса-башҡортса, башҡортса-русса “Башкортсофт” онлайн-тәржемәсеһе. Унда миллиондан ашыу параллель текстарҙың тупланыуы “Яндекс” һәм “Google” системалары тәржемәселәре эшен тағы ла камиллаштырасаҡ. “Эшлекле башҡорт теле” китабын әҙерләп баҫтырыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә булды.
***
Быйыл Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә алты башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асылды. “Йәшлек шоу” эстрада йыры конкурсы, “Һылыукай” конкурсы беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылды. Конкурстарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан, Һамар, Һарытау, Ырымбур ҡалалары, Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы һәм Ханты-Манси автономиялы округы вәкилдәре ҡатнашты. Ошондай конкурстар йәш быуында башҡорт телен өйрәнеүгә оло ҡыҙыҡһыныу уята.
Башҡортостан Башлығы инновацион уҡыу йорттары - полилингваль мәктәптәр эшенә иғтибар итеү кәрәклеген билдәләне. Әле Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта өс шундай мәктәп эшләй, 2024 йылға 14 мәктәп асыу планлаштырыла.
– Полилингваль мәктәптәр – етди проекттарҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ мәктәп мәғарифының универсаль һәм алға киткән уҡыу йорттарын булдырабыҙ, унда башҡорт теле һәм сит телдәр өйрәнелә. Был – киләсәккә уникаль нигеҙ.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: