+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2020, 00:45

Өфөлә төнгө амбулатор үҙәк асылды

Өфөнөң 13-сө дауаханаһында COVID-19-ҙы диагностикалау һәм дауалау буйынса төнгө амбулатор үҙәк эшләй башланы.

Коронавирусҡа шик тыуған Өфө кешеләре медицина ярҙамына хәҙер төндә лә мөрәжәғәт итә ала. Баш ҡалабыҙҙың 13-сө дауаханаһында COVID-19-ҙы диагностикалау һәм дауалау буйынса төнгө амбулатор үҙәк эшләй башланы. Унда көн һайын киске һигеҙҙән иртәнге һигеҙгә тиклем ҡабул итәләр.
Үҙәккә сирҙе еңел һәм уртаса үткәреүсе пациенттар ебәрелә. Уларҙа коронавирус диагнозы раҫланған йәки раҫланмаған булыуы ихтимал.
Өфөләр үҙәккә үҙ аллы йәки табип йүнәлтмәһе буйынса бара ала, шулай уҡ уларҙы “ашығыс ярҙам” менән килтереүҙәре лә мөмкин.
Ковид билдәләре булған кешеләр тулы тикшереү үтеп, стационарға йәки амбулатор дауаланыуға йүнәлтмә алырға мөмкин. Бында ЭКГ, КТ уҙғаралар, ҡан анализы, коронавирусҡа анализ алалар. Ҡабул иткән табип нисек дауаланырға икәнен яҙып бирә. Пациент тураһында мәғлүмәт ул беркетелгән поликлиникаға ебәрелә. Сир раҫланмаһа, уны үҙәктең машинаһында өйөнә илтеп ҡуялар.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: