+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2020, 13:15

Янғындар йышайыуға бәйле республика халҡына мөрәжәғәт итте

Бер төндә ике ғаилә ағзалары янғында вафат булды, тип яҙғайныҡ. Декабрҙең тәүге ун көнөндә генә республикала уттан 24 кеше һәләк булған. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, өс тапҡырға күберәк.

Бер төндә ике ғаилә ағзалары янғында вафат булды, тип яҙғайныҡ. Декабрҙең тәүге ун көнөндә генә республикала уттан 24 кеше һәләк булған. Был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, өс тапҡырға күберәк.
Хәлдең шулай ныҡ ауырлашыуы айҡанлы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров халыҡҡа мөрәжәғәт итте.
Янғын күпселек осраҡта өс сәбәпкә ҡайтып ҡала, тине ул. Улар:
- тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу;
- электр ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу;
- мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү.
Тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу сәбәпле сыҡҡан янғында 12 кеше ғүмере өҙөлгән.
Һөҙөмтәле һаҡланыу саралары исемлегенә Фәрит Ғүмәров иң элек янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламалары менән йыһазландырыуҙы индерә. Бәләкәй сиреналар республикала 486 кешенең, шул иҫәптән 203 баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалған.
“Иҫерек яҡындарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы ҡарауһыҙ, шулай уҡ балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!
Туғандарығыҙ һәм эргәгеҙҙәге башҡа кешеләр тарафынан янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймағыҙ! Бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы янғынға бәйле фажиғәләрҙән һаҡлап ҡала алабыҙ”, – тине үҙенең республика халҡына мөрәжәғәтендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: