Президент Владимир Путин кисә Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзалары менән осрашты.
Фекер алышыу халыҡ хоҡуҡтарын яҡлау, һан технологияларының бөгөнгө тормошта урыны, интернетта цензура һәм COVID-19 менән көрәш темаларына ҡағылды, тип хәбәр итә “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Ил башлығы уларҙың һәр ҡайһыһына рәсми позициянан тороп яуап бирҙе. Билдәле булыуынса, ҡайһы осраҡта ул йәмәғәтселек фекере менән тап килмәй.