Ҡыҙғанысҡа, ғаиләлә бала тәрбиәләү традицияларынан бишек йырҙары төшөп ҡалды. Бөгөн күптәр сабыйын көйләп, тынысландырып йоҡлатыу, иртән иркәләп уятыу кеүек матур сәңгелдәк йырҙарын, йолаларҙы онотоп бара. Был йәһәттән "Бишек" конкурсы халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындырға еткереүҙә, туған телебеҙҙе үҫтереүҙә әһәмиәтле проекттарҙың береһе тип баһаланды.
Конкурстың беренсе һәм икенсе номинацияларында ҡатнашыусылар, тере тауышҡа йырлаған бишек йырҙарын видеоға төшөрөп, ә өсөнсө номинацияла оҫталар үҙҙәренең ҡулы менән яһаған сәңгелдәктәренең фотоһын "Бәйләнештә" селтәрендәге "Бишек" төркөмөнә һалды.
Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына ингән бишек йырҙарын беҙҙең оло йәштәге апайҙарыбыҙ, оләсәйҙәребеҙ яҡшы хәтерләй. Бәйгелә ҡатнашыусылар араһында тап шундай апайҙарыбыҙ күпселектә булды. Улар был конкурста сәмләнеп һәм дәртләнеп ҡатнашты.
Конкурсҡа барлығы 100-н ашыу эш ҡабул ителгән. Шуларҙан 24 бәйгесе финалға үтте. 10 декабрҙә "Башҡортостан" концерт залында проектҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр "Бала башҡарған бишек йыры", "Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры", "Бишек оҫталары" номинацияларында билдәләнде. Был матур сараны 30 декабрҙә Башҡортостан юлдаш каналында ҡарарға мөмкин буласаҡ.