+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 12:35

Һөйөлмәгән йәрҙәр, тыумай ҡалған сабыйҙар...

Коронавирус кеше яҙмыштары менән туранан-тура уйнай.

Коронавирус кеше яҙмыштары менән туранан-тура уйнай.
Башҡортостанда дүрт меңдән ашыу пар коронавирус арҡаһында никахлашыуҙы кисектергән.
Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдың 1 мартынан 31 октябренә тиклем 4 127 пар никах теркәү көнөн күсергән. Бының төп сәбәбе – COVID-19-ға буйынса эпидемик хәл һәм шуға бәйле индерелгән сикләү саралары.
Республикала март-октябрь айҙарында бөтәһе 13 889 никах теркәлгән. Бөтә тантаналарҙа ла сикләү саралары үтәлгән, тип билдәләнеләр ведомствола.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле республикала март айында күсмә никах теркәү туҡтатылды. Апрелдә изоляция шарттарында ЗАГС-ҡа кейәү менән кәләш кенә килде. Ата-әсә, дуҫтар, операторҙар һәм фотографтар залға индерелмәне. Йәйгеһен йәштәрҙең ата-әсәһенә никахлашыу тантанаһында ҡатнашырға рөхсәт ителде.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы материалдарына таянып эшләнде.
Читайте нас: