Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Торатау” конгресс-холында республиканың геопарктары буйынса попечителлек советының ултырышын үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар төбәктә геопарктарҙың һәм туристик инфроструктураның үҫешен тикшерҙе.
- Салауат районындағы “Янған-тау” геопаркы илдә беренсе булып ЮНЕСКО геопарктарының Глобаль селтәренә инде. Был - беҙҙең өсөн еңеү. Бынан ары ул меңләгән туристы йәлеп итеүсе нөктә буласаҡ. Уға инфроструктура, сифатлы сервисты үҫтереү, төҙөкләндереү һәм мәғлүмәти яҡтан ярҙам итеү мөһим. Әле беҙ “Торатау” геопаркын ЮНЕСКОның Глобаль селтәренә индереү өҫтөндә эшләйбеҙ.
Республика Башлығы иҡтисади үҫеш министрлығына, эксперттар, белгестәр, бәләкәй бизнес вәкилдәре ҡатнашлығында был ике геопарктарҙың үҫеше буйынса юл картаһын төҙөү өсөн тейешле документтар әҙерләүҙе йөкмәтте.