-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 12:15

Президент риза түгел

Кисә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә Президент Владимир Путин аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың самаһыҙ артыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Кисә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә Президент Владимир Путин аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың самаһыҙ артыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Шәкәр, көнбағыш майы, он, макарон ризыҡтары һәм икмәк хаҡтары ярайһы күтәрелеүе билдәләнә. Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 – 7 декабрҙә тауыҡ йомортҡаһы – 3,2, көнбағыш майы – 1,7, шәкәр 0,7 процентҡа ҡыйбатланған. Октябрь, ноябрь айҙарында ла хаҡтарҙың ярайһы күтәрелеүе теркәлгән. Һөҙөмтәлә 2019 йылдың декабре менән сағыштырғанда, шәкәргә хаҡ – 72,7 процентҡа, көнбағыш майына – 25,9 процентҡа, тауыҡ йомортҡаһына 4,9 процентҡа артҡан.
Президент бының пандемия менән бәйле булмауын, ә сауҙала хаҡтарҙы донъя кимәленә тигеҙләргә маташыу менән аңлатты һәм Хөкүмәттән хәлде контролгә алыуҙы талап итте, тип билдәләй киң мәғлүмәт саралары.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в