+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 17:33

“Коронавирусҡа бәйле хәлде тотороҡло тип баһалайбыҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй-24” телеканалында тура эфирҙа республикала коронавирусҡа бәйле хәл һәм пандемияға ҡаршы тороу буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй-24” телеканалында тура эфирҙа республикала коронавирусҡа бәйле хәл һәм пандемияға ҡаршы тороу буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, әле төбәктә коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло тип баһалана. “Беҙҙә хәлдең тотороҡло булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алам. Сөнки стационарҙарҙа койкалар запасы етерлек. Был аҙнала тағы ла бер йоғошло сирҙәр госпитален һалыуҙы тамамланыҡ. Икенсе аҙнала унда ауырыуҙарҙы ҡабул итә башлаясаҡтар. Йәғни беҙҙә өҫтәмә 350 койка барлыҡҡа килде. Был иһә беҙгә оптимизм өҫтәй”, – тип белдерҙе республика Башлығы.
Радий Хәбиров Башҡортостанда ил Президенты бойороғон үтәп, амбулатор шарттарҙа дауаланыусыларға бушлай дарыуҙар бирелә башлауын әйтеп үтте. Уларҙы бер нисә мең кеше ала ла инде.
Төбәк етәксеһе вакцинация тураһында ла һөйләп китте. Башҡортостан вакциналарҙың 1 200 дозанан торған икенсе партияһын алды. Тәүгеһендә 40 доза килгәйне. “Яңы йылға тиклем вакциналарҙың тағы ла бер партияһын көтәбеҙ. Ул беҙгә бик кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк Башлығы медицина ярҙамы буйынса мөрәжәғәттәрҙең байтағы коронавирусҡа ҡағылышлы булыуын белдерҙе. Уларҙың күбеһе тест һөҙөмтәләрен ваҡытында ала алмау менән бәйле. “Шунан сығып, эшебеҙҙе бер аҙ үҙгәрттек, – тине ул. – 16 ноябрҙә Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәген ойошторҙоҡ. Ул нимәнән ғибәрәт? Үҙәктә 80 кеше телефонда ултыра, шылтыратыуҙар тиҙ ваҡыт эсендә ҡабул ителә. Унда республикала һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы бөтә мәғлүмәт ағыла, – тине Башҡортостан Башлығы. – Әле төп һорауҙар амбулатор дауаланыу хаҡында. Беҙ ни өсөн шулай икәнен аңлайбыҙ. Дауаханаға һалыу, бушлай дарыуҙар алыуға бәйле мәсьәләләр көйләнде лә инде. Ләкин күп кенә табиптарыбыҙ ауырыны. Һәм ҡайһы бер дауалау ойошмалары пациенттарҙы ваҡытында ҡабул итә алманы. Шуға күрә мөрәжәғәттәрҙең байтаҡ өлөшө коронавирустан башҡа сирҙәрҙе амбулатор дауалау хаҡында ине. Был мәсьәләне Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге булышлығында хәл иттек: ағымдарҙы бүлдек, табиптар һанын арттырҙыҡ, шул иҫәптән медицина университетын тамамлағандарҙы саҡырҙыҡ”.
16 ноябрҙән алып Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә 18 меңгә яҡын шылтыратыу булған. Көн һайын операторҙар мең-мең ярым мөрәжәғәтте эшкәртә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: