+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 21:19

Коронавирусҡа ҡаршы вакцинация башланды

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды.

Башҡортостанда 9 декабрҙә коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды. Ул иң тәүҙә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы 24 медицина һәм мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә яһаласаҡ. Иммунизацияның ирекле булыуын билдәләп китәбеҙ.
“Гам-КОВИД-Вак” (“Спутник V” сауҙа маркаһы) вакцинаһының 1 200 дозанан торған партияһы республикаға 4 декабрҙә килтерелгәйне. Прививка өс аҙна арауыҡ менән ике этапта яһала. Беренсеһенән һуң гумораль иммунитет, йәғни һаҡлаусы антиматдәләр барлыҡҡа килә. Икенсеһенән һуң һөҙөмтә нығытыла, күҙәнәктәр кимәлендә тотороҡло һәм оҙайлы иммунитет хасил була.
Прививка 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге кешеләргә эшләнә. Йөклө ҡатындарға, бала имеҙеүсе әсәләргә яһалмай. Шулай уҡ киҫкен йоғошло ауырыуға тарығанда, хроник сирҙәр киҫкенләшкәндә, вакцина компоненттарына үтә ҙур һиҙгерлек күрһәткән осраҡта ла препаратты индерергә ярамай. Бынан тыш, беренсе компоненттан һуң һуң өҙлөгөүҙәр булһа, икенсе компонент индерелмәйәсәк.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусылар әле барлығы 15 710 иҫәпләнә. Бер тәүлектә улар һаны 150-гә артҡан.
Дауаханала ятыусылар – 656. 48-е һаман да ауыр хәлдә ҡала, 13-ө – яһалма һулыш аппаратында. Өйҙә дауаланыусылар – 2 152.
Инфекциянан һауығыусылар – 12 807, 105-е аҙаҡҡы тәүлектә стационарҙан сыҡҡан.
Үткән тәүлектә COVID-19-ҙан йәнә бер үлем осрағы теркәлгән. Шәфҡәтһеҙ вирус арҡаһында йәмғеһе 95 яҡташыбыҙҙы юғалттыҡ.
Үпкә ялҡынһыныуы кисә һәм бөгөн 410 ауырыуҙа раҫланһа, унан сәләмәтләнеүселәр – 386.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: