+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 12:25

Флешмоб-эстафетаға ишембайҙар ҡушылды

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы флешмоб-эстафета иғлан иткәйне. Уға төрлө тарафтарҙан ҡатын-ҡыҙҙар Советтары, ағинәйҙәр, хеҙмәт коллективтары ҡушылды. Сираттағы хат Ишембай районы Смаҡай ҡасабаһынан килде. Уны тулыһынса бирәбеҙ.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылайыҡ!» флешмобын Ишембай районы Смаҡай ҡасабаһында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар ихлас ҡаршыланы, бергә күтәреп алды. Ҡатындарыбыҙ бергә йыйылып, журналға яҙылды һәм күмәкләшеп фотоға төштө.
«Башҡортостан ҡыҙы» журналы – һәр беребеҙҙең өйөндә көтөп алған ҡунаҡ ул. Ҡатын-ҡыҙҙар яратып уҡыған, файҙалы кәңәштәре, тәмле аштар рецептары, биҙәнеү серҙәре, күңелгә моң итеп ятырлыҡ шиғыр юлдары менән тулған журналығыҙ беҙҙең йөрәктәргә тылсым, кинәнес бирә.
Эшләгән ҙур эшегеҙ өсөн әйтеп бөтмәҫлек рәхмәт еткерәбеҙ һәм һәр ҡатын-ҡыҙҙы был иҫ китерлек матур, файҙалы, эстәлекле журналға яҙылырға саҡырабыҙ!
Смаҡай ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Фәүзиә Насырова
Читайте нас: