-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2020, 18:23

Бәләбәй һәм Нефтекама студенттары “Стартап көндәре”нә саҡырыла

12 һәм 14 декабрҙә Бәләбәй һәм Нефтекама ҡалаларының йәш инноваторҙары, ғалимдары, студенттары IT-проекттар өсөн төбәк акселерация программаһының уңышлы эшҡыуарҙары һәм билдәле эксперттар менән онлайн рәүештә осраша ала. БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы заказы буйынса эш башлаған программаның төп маҡсаты – IT-өлкәлә асыштар эҙләү һәм үҫтереү.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

12 һәм 14 декабрҙә Бәләбәй һәм Нефтекама ҡалаларының йәш инноваторҙары, ғалимдары, студенттары IT-проекттар өсөн төбәк акселерация программаһының уңышлы эшҡыуарҙары һәм билдәле эксперттар менән онлайн рәүештә осраша ала. БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы заказы буйынса эш башлаған программаның төп маҡсаты – IT-өлкәлә асыштар эҙләү һәм үҫтереү.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡатнашыусыларға фән, бизнес, мәғлүмәт технологиялары буйынса ярҙам программалары, IT өлкәһендә проекттар өсөн инновацияларға булышлыҡ фонды гранттары тураһында һөйләйәсәктәр. Эшҡыуарҙар инновацион проекттарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, мөмкинлектәр хаҡында һүҙ алып барасаҡ. Проекттар авторҙарының Өфө дәүләт нефть техник университеты, БР фәнгә ярҙам һәм үҫеш фонды һәм Инновацияларға булышлыҡ фонды белгестәренән шәхси консультация алыу мөмкинлеге була.
БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сараға мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә үҫешергә теләгән студенттар, йәш ғалимдар, эшҡыуарҙар, программистар, инженерҙар саҡырыла. “Стартап көндәре” һөҙөмтәһе буйынса интенсив шәхси әҙерлек өсөн перспективалы проекттар һайланасаҡ. Иң яҡшы проект авторҙарына грант һәм инвестициялар алыу, шулай уҡ ҙур компаниялар эргәһендә үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар.
2020 йылда “Стартап көндәре” төбәк акселераторы сиктәрендә Белоретта, Благовещенда, Ишембайҙа, Октябрьскийҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта үтте.
Сарала ҡатнашыу түләүһеҙ. Бының өсөн теркәлеү үтергә кәрәк. Бәләбәйҙә – https://regionalnaya-akseleatsion.timepad.ru/event/1503621/, Нефтекамала https://regionalnaya-akseleatsion.timepad.ru/event/1503620/ һылтанмаһы буйынса теркәлергә мөмкин.
“Стартап көндәре” “РФ һанлы иҡтисады” милли проектының “Һанлы технологиялар” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: