Яңы йыл байрамдарында ресторан һәм кафеларға иртәнге 6-нан төнгө 2-гә тиклем эшләргә рөхсәт бирелгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ-ара бизнес аҙналығында бындай ҡарарға аңлатма бирҙе.
- Ресторан бизнесын юҡ итеү өсөн оҙаҡ ваҡыт кәрәкмәй, әммә уны тергеҙеүгә йылдар китәсәк. Шуға күрә эксперттар менән кәңәшләшкәндән һуң, яңы йыл байрамдарында туҡланыу учреждениеларының эшмәкәрлеген тыймаҫҡа булдыҡ. Пандемия осоронда бәләкәй һәм урта бизнес былай ҙа байтаҡ зыян күрҙе.
Шул уҡ ваҡытта ресторан-кафелар санитар-гигиена талаптарын һәм республиканың сауҙа министрлығы тәҡдимдәрен теүәл үтәргә тейеш, - тине Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, теге йәки был ҡарарҙы ҡабул иткәндә, учреждениеларҙың эшмәкәрлеген сикләгәндә йә иһә, киреһенсә, рөхсәт биргәндә, төбәктәге хәлдәрҙе анализлау мөһим. Һәр төбәк ҡарарҙы шәхсән ҡабул итә.