0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 18:04

Тәүлек эсендә пневмония 417 кешелә асыҡланған

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 417 ауырыуҙа – пневмония, 148-ендә коронавирус асыҡланған.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә 417 ауырыуҙа – пневмония, 148-ендә коронавирус асыҡланған.
9 декабргә ҡарата республикала COVID-19 инфекцияһын йоҡтороусылар барлығы 15 560 иҫәпләнә. Стационарҙарҙа был диагноз раҫланған 618 сырхау дауалана. Шуларҙың 48-енең хәле ауыр, тип хәбәр итә табиптар. Үҙҙәре тын ала алмаған 14 сирлене улар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған.
Участка табибы күҙәтеүе аҫтында амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 146.
Кисәле-бөгөнлө 162 кеше, сәләмәтләнеп, стационарҙан сыҡҡан. Инфекциянан һауығыусылар, дөйөм алғанда, – 12 702.
Үткән тәүлектә коронавирустан йәнә бер үлем осрағы теркәлгән. Пандемияла өҙөлгән ғүмерҙәр республикала хәҙер 94...
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: