+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 20:26

“Рәсәйҙә “хәләл ипотека” һәм ислам банктарына һорау бар”

Өфөлә үткән “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2020” сиктәрендә Рәсәйҙә “хәләл ипотека” индереү хаҡында һөйләштеләр.

Өфөлә үткән “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2020” сиктәрендә Рәсәйҙә “хәләл ипотека” индереү хаҡында һөйләштеләр.
“Хәләл ипотека” тигәндә торлаҡ алыуҙы шәриғәт нормалары буйынса финанслау күҙ уңында тотола, йәғни ссудаға процент түгел, ә тауарҙың үҙҡиммәте менән уны һатыу хаҡы араһындағы өҫтәлгән хаҡ (наценка) һалына.
– Рәсәйҙә “хәләл ипотека” һәм ислам банктарына һорау бар. Рәсәй Үҙәк банкында уларҙы индереү мөмкинлеге ҡарала. Әле унда был мәсьәләне өйрәнгән һәм Рәсәй ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереүҙе әҙерләгән махсус комиссия булдырылған, – ти Дәүләт Думаһы депутаты Рәсүл Боташев.
Хәләл иҡтисады донъяла бик шәп үҫешә. 2019 йыл мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хәләл продукция әйләнеше 2,2 триллион АҠШ долларынан артҡан. 2024 йыл аҙағына уның 3 триллион АҠШ долларына тиклем артыуы күҙаллана. Рәсәй президенты Владимир Путин 2024 йылға тиклем Рәсәй хәләл продукцияһы экспортын 20 миллиард долларҙан 45 миллиард долларға арттырырға ҡушҡан.
– Хәләл темаһы аҙыҡ-түлеккә генә ҡағылмай, ул – тормош рәүеше. Бындай бизнестың үҫеше ҡулланыусыларҙың ышанысынан тора, шуға ла уны рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе иҫәптә тотоп алып барырға кәрәк, – ти Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдинов.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: