+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 02:30

Мәшғүллек үҙәге яңыртылған

Стәрлетамаҡта “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә Көньяҡ-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәге яңыртылған. Уның эше менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡта “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә Көньяҡ-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәге яңыртылған. Уның эше менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2019 йылда республикабыҙ Рәсәй Федерацияһының заманса моделле мәшғүллек үҙәктәре булдырыу һәм уларҙың эш һөҙөмтәһен арттырыу буйынса 16 пилот субъектының береһенә инде. Был маҡсаттарға 40 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Уларҙың 95 проценты – федераль бюджеттан. Пилот проектын тормошҡа ашырыу барышында үҙәктең бинаһына капиталь ремонт үткәрелгән, берҙәм стилдә биҙәлгән, ә хеҙмәткәрҙәр уҡыуҙар үткән.
БР ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников әйтеүенсә, һөҙөмтәлә мәшғүллек хеҙмәте эше тулыһынса үҙгәргән. Үҙәктең бинаһы функциональ зоналарға бүленгән. Көтөү, мәғлүмәт биреү, килеүселәр һәм эш биреүселәр менән шәхси эшләү, күмәк консультация биреү, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, презентациялар, һөйләшеү өсөн залдар бар. Электрон сират системаһы булдырылған.
Эшкә урынлашыуҙа ярҙам үҙәктең беренсе ҡатында күрһәтелә. Бында һанлы сервистар секторы ойошторолған. Ул “Рәсәйҙә эш” вакансиялар базаһына, SkillsNet эшлекле бәйләнештәр селтәренә тоташтырылған. Икенсе ҡатты карьера буйынса үҫеү, эш биреүсе менән бәйләнеш булдырыу, күмәк осрашыуҙар үткәреү залдары биләй. Үҙәктә барыһы 35 төрлө хеҙмәт күрһәтелә.
– Матурлыҡта ғына эш тормай, кешеләргә эш табыуҙа һөҙөмтәле ярҙам итеү, эшкә урынлашыуға дәртләндереү мөһим. Бында үҙәк хеҙмәткәрҙәренә эшләү ҙә уңайлы, килеүсе кешеләргә лә бар шарттар тыуҙырылған, – тине Радий Хәбиров.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: