Өфөлә Бөтә донья фольклориада-2021 сараһының исем туйы уҙҙы. Халыҡ-ара бизнес аҙналығының тәүге көнө 2021 йылдың йәй айҙарында Өфөлә уҙасаҡ фольклориадаға әҙерлек буйынса сара менән тамамланды.
Исем туйында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Сараны Cosmopolitan этник стилендәге кейем өлгөләре асты.
-Бизнес аҙналығының тәүге көнө тамамланды. Миңә ҡалһа, уның форматы үҙенсәлекле булыуға ҡарамаҫтан, программаның йөкмәткеһе бик бай булды. Киләһе көндәрҙә беҙҙе эшлекле осрашыуҙар көтә, -тине Радий Хәбиров.
Мәғлүм булыуынса, Бөтә донья фольклориада фольклор фестивалдәр һәм традицион мәҙәниәттәр буйынса халыҡ-ара ойошмалар советына ингән сараларҙың береһе булып тора. Ул 4 йылға бер тапҡыр ойошторла. Унда 60-80 илдең фольклор коллективтары. артистар сығыш яһай.
Быйыл Бөтә донъя фольклориада байрамы Өфөлә үтергә тейеш ине. Пандемяиға бәйле ул киләһе йылға күсерелде.