"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры Азамат Рафаэль улы Сәлиховҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул, "Яҙылыу бүләк ит" һәм "Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙылайыҡ" флешмобтарына ҡушылып, "Башҡортостан 24" каналында эшләүсе бөтә ҡатын-ҡыҙ хеҙмәткәрҙәренә "Башҡортостан ҡыҙы" журналын яҙҙырты.
Мөләйем алып барыусылар, журналистар, канал режиссерҙары яңы йылдың тәүге айын беҙҙең журналыбыҙ менән ҡаршы аласаҡ.
-Республика уҡыусылары өсөн легендар журнал ул - "Башҡортостан ҡыҙы". Беҙ иҫ белгәндә лә әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар ошо баҫманы гел алдырып уҡый торғайны. Эстафетаны ҡабул итеп, каналдың милли тапшырыуҙар алып барыусы ҡатын-ҡыҙҙарын "Башҡортостан ҡыҙы" журналына яҙҙыртыҡ. Эстафетаны Тәлғәт Зәйнуллинға, Юнир Әминевҡа, Гүзәл Кәримоваға, Илгиз Абдуллинға, Вилдан Ғәлинға, Рәмзит Әбүләевҡа, Элла Курильскаяға, Лариса Гордееваға тапшырам, - тине компания етәксеһе.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Әле журналға осһоҙ хаҡҡа яҙылыу декадаһы 20 декабргә тиклем оҙайтылды. Ошо мөмкинлек менән файҙаланып, республика баҫмаларына яҙылып ҡалайыҡ! Яҙылыусыларҙы матур бүләктәр ҙә көтә.