-4 °С
Болотло
«Рәсәй тәмдәре» төбәк брендтарының беренсе милли конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Башҡорт балы «Бөтә илгә» номинацияһында иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде.
«Был конкурсты йыл да ойошторорға уйлайбыҙ. Унда ҡатнашыусылар абруй яулап ҡына ҡалмай, еңеүселәр өсөн урындағы брендтарҙы үҫтереүҙең комплекслы саралары ла тормошҡа ашырылыр, был иһә ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле һәм иң мөһиме – илебеҙҙең сифатлы аҙыҡ-түлеге менән тағы ла яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирер», — тип билдәләне Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев.