0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2020, 15:09

Балалар коронавирусты нисек үткәрә?

Балаларҙа коронавирус инфекцияһы, өлкәндәрҙәге кеүек үк, билдәһеҙ үтеүе лә, еңел һәм ауыр кимәлдә уҙыуы ла ихтимал.

Балаларҙа коронавирус инфекцияһы, өлкәндәрҙәге кеүек үк, билдәһеҙ үтеүе лә, еңел һәм ауыр кимәлдә уҙыуы ла ихтимал. Был турала “Башинформ”ға биргән интервьюһында Өфө ҡалаһының 4-се балалар поликлиникаһы баш табибы Павел Павлов белдерә.
“Сир еңел уҙғанда температура 38,5 градусҡа тиклем күтәрелеүе мөмкин. Тын бөтөүе күҙәтелмәй, сатурация 95 һәм унан юғары була. Инфекция уртаса ауырлыҡта үткәндә температура 38,5 градустан юғары күтәрелә. Хәрәкәт иткәндә тын бөтөүе ихтимал. Был осраҡта баланан үҙен нисек тойоуын даими һорап торорға кәрәк. Сатурация 94-кә тиклем төшөүе мөмкин. Инфекцияны ауыр уҙғарғанда һауа етмәгәндәй, күкрәк тәңгәле ҡыҫылғандай тойола, сатурация 93-тән түбән төшөп китә, – ти табип. – Сирҙең үтә ауыр кимәле лә бар, унда инде реанимация саралары талап ителә”.
Балала инфекция ауыр һәм уртаса ауырлыҡта үтә икән, уны дауаханаға һалырға кәрәк, тип өҫтәй Павел Павлов. Шулай уҡ уңышһыҙ ғаиләләрҙәге балаларҙы ла дауаханаға һалыу мотлаҡ, сөнки өйҙә уларҙы тейешенсә ҡарамағанлыҡтан, теләһә ниндәй ваҡытта хәлдәре ҡатмарлашыуы ихтимал. Хроник ауырыуҙарға: яман шешкә, шәкәр диабетына, үпкә сирҙәренә дусар, йөрәгендә тыумыштан тайпылыш булған, иммунитеты түбән балалар ҙа стационарға килтерелә.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: