+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 00:47

Яңы госпиталь тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә йыйына

Стәрлетамаҡтағы яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге территорияһында “Сәләмәтлек аллеяһы”на нигеҙ һалынды.

Стәрлетамаҡтағы яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәге территорияһында “Сәләмәтлек аллеяһы”на нигеҙ һалынды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, төбәк министрлыҡтары, ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.
– Бөгөн “Сәләмәтлек аллаеяһы”на, медиктар аллеяһына нигеҙ һалабыҙ һәм был осраҡлы түгел, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әлеге шарттарҙа иң мөһиме – табиптарға һәм бөтә һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү. Бының өсөн беҙ ғәҙәти булмаған саралар күрҙек, ҡыҫҡа ваҡытта ике йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөнөк. Коронавирусҡа ҡаршы көрәште мин һынау тип ҡарайым, унан беҙ элеккегә ҡарағанда көслөрәк булып сығырға тейешбеҙ. Бөгөн медиктарға рәхмәтемде еткерәм. Был госпиталдә эшләйәсәк яңы команданың үҙҙәрен һаҡлауын теләйем. Һаулыҡ һәм именлек һеҙгә! Һәм, әлбиттә, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн төҙөүселәргә ҙур рәхмәт!
Андрей Назаров Башҡортостанда мөһим объекттарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һалыу матур традицияға әйләнеүен әйтеп үтте.
– Был – беҙҙең оҫталыҡ, ваҡыт ҡуйған һынауҙарға заманса ҡараш күрһәткесе, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры. – Бергәләшеп тырышлыҡты туплап, беҙ ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала алабыҙ. Бөгөн беҙ ултыртасаҡ аллея киләсәк быуынға ҙур хеҙмәт тураһында иҫкә төшөрөп торасаҡ, берлектәге эшебеҙ сағылышы буласаҡ.
Стәрлетамаҡ мэры Владимир Куликов ҡала халҡы исеменән башҡарылған хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөү 10 октябрҙә башланғайны һәм рекордлы 50 көндә һалынып бөттө. 15 мең кв. метрға яҡын майҙанлы дауахана тәүге пациенттарын 12 декабрҙән һуң ҡабул итәсәк.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: