-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 11:10

Президентҡа һорау бир

17 декабргә тиклем һәр кем Рәсәй Президенты Владимир Путинға алдан һорау биреп ҡала ала.

17 декабргә тиклем һәр кем Рәсәй Президенты Владимир Путинға алдан һорау биреп ҡала ала.
Киләһе аҙнаның кесе йомаһында ил етәксеһенең йыл да үтә торған пресс-конференцияһы була. Әле һорауҙар туплау бара.
Һорауҙы телефонға ҡуйылған "Москва-Путину" махсус ҡушымта (приложение) аша текст йә видеояҙа рәүешендә ебәрергә мөмкин. Бының өсөн телефон ҡушымтаһы ярҙамында теркәлеү үтергә, исем-шәрифеңде һәм телефон номерыңды күрһәтергә кәрәк.
Үткән ике көндә алынған мөрәжәғәттәрҙең күпселеге пенсия, өлөшсөләр (дольщики) хоҡуҡтары һәм дистанцион уҡыу мәсьәләләренә ҡағыла, тип хәбәр итә "Россия 24" каналы. Ә иң әүҙем төбәктәр исемлеген Мәскәү, Краснодар крайы, Тула өлкәһе һәм Карелия башлап тора икән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: