+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 21:50

Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы асылды

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы-2020 асылды.

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы-2020 асылды. Ул төрлө илдәрҙән 600-ҙән ашыу спикерҙы һәм бер нисә мең онлайн-ҡатнашыусыны берләштерә.
Быйыл Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы ҡатнаш форматта – онлайн һәм офлайн уҙа. Форумдың саралары сикләнгән һандағы ҡатнашыусылар менән майҙансыҡта, шулай уҡ киң виртуаль аудитория менән үтә.
Эшлекле программа дүрт көнгә иҫәпләнгән. Ул ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендә кесе һәм урта бизнес, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡты, туризмды, иҡтисадты һәм экспортты үҫтереү мәсьәләләренә арнала.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: