8 декабрь төнөндә Баймаҡ һәм Бишбүләк райондарында янғында ике ғаилә ағзалары тулыһынса һәләк булған.
Баймаҡ районының Ишмырҙа ауыланда янғын һөҙөмтәһендә 56 йәшлек ҡатындың, уның 31 һәм 35 йәшлек ике улының ғүмере өҙөлгән.
Бишбүләк районының Кесе Мәнәүез ауылында сыҡҡан янғынды һүндергәндә 1993 йылғы ирҙең, 1993 йылғы ҡатындың һәм 2013, 2016 йылғы балаларҙың мәйеттәре табылған.
Ут сығыу сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Республикала ут сығыуҙың йышайыуы көндәрҙең һыуыныуы менән бәйле. Мейес яҡҡанда һаҡ булыу талап ителә.
Янғында кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе бигерәк аяныслы. Иҫерек килеш түшәктә тәмәке тартыу ҙа фажиғәгә килтерә йыш ҡына, тип белдерә янғын һүндереү хеҙмәте белгестәре.