+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 17:28

Башҡортостан – тәүге биш төбәк араһында

2020 йылда үткәрелгән һыу ятҡылыҡтары ярҙарын таҙартыу буйынса “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Республикаһы иң күп һөҙөмтә күрһәткән биш төбәк исемлегенә ингән.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #зеленаябашкирия

2020 йылда үткәрелгән һыу ятҡылыҡтары ярҙарын таҙартыу буйынса “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Республикаһы иң күп һөҙөмтә күрһәткән биш төбәк исемлегенә ингән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #зеленаябашкирия
“Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй экология акцияһы 2014 йылдан үткәрелә. Ул – илдә ирекмәндәр ҡатнашҡан экология буйынса иң ҙур һәм популяр сараларҙың береһе.
“Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған Бөтә Рәсәй акцияһында Башҡортостан бер нисә йыл рәттән әүҙем ҡатнаша. Саралар йыл һайын апрелдән октябргәсә республиканың бар биләмәһендә үткәрелә һәм “Йәшел Башҡортостан” республика проекты планына ингән, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Республикала 600 сара үткәрелгән, 2500 саҡрым яр буйы таҙартылған. Акцияла 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: