+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 11:35

Балалар өсөн Яңы йыл байрамы үҙенсәлектәре

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, коронавирусҡа бәйле мәктәптәрҙә һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа Яңы йыл байрамдарын үткәреүҙә сикләүҙәр индерелә.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, коронавирусҡа бәйле мәктәптәрҙә һәм мәктәпкәсә учреждениеларҙа Яңы йыл байрамдарын үткәреүҙә сикләүҙәр индерелә.
Балалар баҡсаларында Яңы йыл иртәлектәре төркөмдәрҙә генә үтә, уларҙа ата-әсәләр ҙә, олатай-өләсәйҙәр ҙә ҡатнаша алмай. Ситтән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, шулай уҡ башҡа кешеләрҙе саҡырмаҫҡа ҡушыла. Байрам учреждениелар хеҙмәткәрҙәре көсө менән ойошторолорға тейеш.
Ковид йоҡтороу хәүефен кәметеү маҡсатында мәктәптәрҙә байрамды урамда уҙғарырға тәҡдим ителә.
Өфөлә Республика Яңы йыл шыршыһы ла булмай икән. Тейешле бүләктәрҙе балаларға урындарҙа тапшырасаҡтар.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: