+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2020, 21:07

Ҡасан китәһең инде, яһил вирус?

Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 8 декабргә ҡарата коронавирус йоҡтороусылар йәмғеһе 15 412-гә етте.

Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 8 декабргә ҡарата коронавирус йоҡтороусылар йәмғеһе 15 412-гә етте. Тәүлек эсендә 147 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Стационарҙа бөгөнгө көндә COVID-19-ға ҡаршы көрәшеүселәр – 616. Ауыр хәлдәгеләр – 45, яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алыусылар – 13. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 2 163.
Аҙаҡҡы тәүлектә 121 кеше, сирҙе еңеп, дауахананан сыҡҡан. Дөйөм алғанда, 12 540 яҡташыбыҙ коронавирустан һауығыуға өлгәшкән.
Пандемия ҡорбандары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арта бара. Үткән тәүлектә Өфөлә йәшәүсе 61 йәшлек ҡатындың донъя ҡуйыуы хаҡында мәғлүм булды. Уның йөрәк ишемияһынан, артыҡ ауырлыҡтан яфаланыуы шәфҡәтһеҙ сирҙе еңергә ҡамасаулағандыр, күрәһең...
Республикала кисәле-бөгөнлө 403 ауырыуҙа дауахананан тыш пневмония асыҡланған, был сирҙән сәләмәтләнеүселәр – 399.
Вирус тарала башлағандан алып төбәгебеҙҙә барлығы 1 786 242 лаборатор тикшереү үткәрелгән. Шуларҙың 11 614-е – аҙаҡҡы тәүлектә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: