Республикала коронавирус менән сирләүселәрҙең дөйөм һаны 7 декабргә ҡарата 15 265 тәшкил итә. Бер тәүлектә COVID-19-ҙы йоҡтороуҙың 144 осрағы раҫланған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Динара Еникеева белдерҙе.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 580 ауырыу дауалана. Шуларҙың 45-е – ауыр хәлдә, 12-һе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 174.
Аҙаҡҡы тәүлектә 4 кеше дауахананан сығарылған. Пандемия башланғандан алып барлығы 12 419 кеше һауыҡҡан. Был – вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һанының 81,4 проценты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә афәт ике кешенең ғүмерен өҙгән. Шулай итеп, яһил сирҙән вафат булыусылар республикала 92-гә етте.
“Дауахананан тыш пневмония” диагнозы үткән тәүлектә 376 ауырыуға ҡуйылған. 388 кеше, унан ҡотолоп, стационарҙан сыҡҡан.
1 ноябрҙән 5 декабргә тиклем коронавирустан өйҙә дауаланыусы 5 меңдән ашыу ауырыу бушлай дарыу алған. Шуларҙың 3 595-е – федераль бюджет иҫәбенән, 1 446-һы – республика бюджетынан.
Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививка яһатыу дауам итә. Республика халҡының 40,9 проценты уны эшләткән дә инде. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров был күрһәткесте 60 процентҡа еткереү мөһимлеген билдәләне.