+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 11:45

Үҫмерҙәр ғүмере өҙөлдө

6 декабрҙә төндә Әбйәлил районында оло юл фажиғәһе теркәлде, тип хәбәр итә юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте.

6 декабрҙә төндә Әбйәлил районында оло юл фажиғәһе теркәлде, тип хәбәр итә юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте.
Салонында 15-16 йәшлек биш үҫмер булған «Дэу Нексия» автомашинаһы юлға сыҡҡан аттарға төкөй. Һөҙөмтәлә машина юлдан ауа. “Тиҙ ярҙам” килеп еткәнгә тиклем ике үҫмер ваҡиға урынында һәләк була. Руль артында булған 16 йәшлек үҫмер табиптар ҡулында йән бирә. Ике ҡыҙ бала ауыр хәлдә Белорет дауаханаһына оҙатыла.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙҙарҙың береһенең хәле уртаса ауырлыҡта. Ул дөйөм палатаға күсерелгән. Ә икенсеһе әле реанимацияла ҡалдырылған.
Билдәле, рулгә ултырған үҫмерҙең водитель таныҡлығы булмаған. Атаһының машинаһын алған була ул.
Аттарҙың төнгө юлға сығыуы – үтә лә хәүефле күренеш. Мал хужаларының яуапһыҙлығы арҡаһында балалар ғүмере өҙөлөүен бер нисек тә аҡлап булмай. Был фажиғә – юл ваҡиғаһы ҡорбандары ғаиләләренең генә түгел, ә тотош район һәм Башҡортостан ҡайғыһы ул.
Фото - "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан.
Читайте нас: