+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 22:05

Ике ил йәштәре осраша

7 – 10 декабрҙә Өфөлә Рәсәй-Үзбәкстан йәштәр бизнес-форумы үтә. Сараның маҡсаты – Рәсәй һәм Үзбәкстан эшҡыуарҙарына ике яҡлы эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыуҙа булышлыҡ итеү.

7 – 10 декабрҙә Өфөлә Рәсәй-Үзбәкстан йәштәр бизнес-форумы үтә. Сараның маҡсаты – Рәсәй һәм Үзбәкстан эшҡыуарҙарына ике яҡлы эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыуҙа булышлыҡ итеү.
Бизнес-форумға Үзбәкстан Республикаһынан 30 эшҡыуар килә. Шулай уҡ ике илдән 100-ҙән ашыу эшҡыуар онлайн форматта ҡатнашасаҡ.
Программа барышында ҡатнашыусылар Рәсәй һәм Үзбәкстандың йәш эшҡыуарҙары хеҙмәттәшлегенең перспективалы йүнәлештәре, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм йәш мигранттарға ярҙам мәсьәләләре тураһында һөйләшәсәк. Шулай уҡ нетворкинг һәм Үзбәкстан эшҡыуарҙарының Башҡортостандың эшлекле берләшмәләре һәм эшҡыуарҙары менән В2В-осрашыуҙар (“бизнес өсөн бизнес”) үткәреләсәк.
Форумды Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Үзбәкстан Республикаһының йәштәр эштәре буйынса агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора.
Сарала ҡатнашыу буйынса Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың халыҡ-ара эшмәкәрлек бүлеге етәксеһе Татьяна Селиверстоваға мөрәжәғәт итергә мөмкин([email protected]).
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: