+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 18:19

Еңеүселәр иҫәбендә Башҡортостан студенттары ла бар

"Йыл студенты - 2020" Рәсәй милли премияһының лауреаттары араһында Башҡортостан студенттары ла бар. Был "Рәсәй йәштәр берлеге" һәм "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" Президент платформаһының берлектәге проекты.

"Йыл студенты - 2020" Рәсәй милли премияһының лауреаттары араһында Башҡортостан студенттары ла бар. Был "Рәсәй йәштәр берлеге" һәм "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" Президент платформаһының берлектәге проекты.
"Йылдың киберспорт клубы" номинацияһында Өфө дәүләт нефть-техник университетының клубы еңеү яуланы. "Йылдың ижади шәхесе" номинацияһында Мифатхетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты студенты Дарья Хохлова ла бар. Башҡорт дәүләт университетының юридик клиникаһы "Йылдың юридик берекмәһе" номинацияһында лауреат булды.
Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Валерий Фальков билдәләүенсә, һәләтле йәштәрҙе дәүләт кимәлендә яҡлау - ул илдең киләсәген хәстәрләү, яңы асыштар өсөн нигеҙ булдырыуға бәрәбәр. Киләсәктә был кешеләрҙең фамилияларын ишетербеҙ әле тигәнгә иманым камил,- тине ул.
"Студент йылы - 2020" премияһының төбәк этабында 15 мең кеше ҡатнашҡан. Финалға 600 студент һәм илдең 65 төбәгенән 400 профессиональ белем биреү уҡыу йорто сыҡҡан. Премия "Мәғариф" проекты сиктәрендә "Һәр кем өсөн социаль лифттар" федераль проектында тормошҡа ашырыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: