+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 15:47

Бишек йырын әсәй йырлаған

Йәй көнө республикала ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә "Бишек" республика проекты старт алды. Был Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылған сараларҙың береһе. Уны "Тамыр" телеканалы һәм "Әсә йөрәге" әсәләр советы ойоштора.

"Башҡортостан" концерт залында 10 декабрҙә ошо проект сиктәрендә уҙғарылған конкурсты йомғаҡлау сараһы буласаҡ. Унда асыҡ конкурс финалистары өс номинацияла билдәләнде: "Бала башҡарыуында бишек йыры", "Өлкәндәрҙең балалар менән берлектә башҡарған бишек йыры" һәм "Бишек эшләү оҫтаһы".
Конкурсҡа район һәм ҡалаларҙан барлығы 105 заявка ҡабул ителгән. Проекттың идеяһы төбәк халҡына бик хуш килгән. Бәйгенең беренсе онлайн-турына бик күп видеояҙмаларҙың килеүе ошоно иҫбатлай.
Баһалама ағзалары билдәле этнографтар, йәмәғәт эшмәкәрәҙәре, күп балалы ғаиләләр исемлегенән тора. Улар видеояҙмаларҙы ҡарағандан һуң финлаға 24 эш ҡалдырылған. Тамашасылар финал конкурсын Башҡортостан Юлдаш һәм "Тамыр" телеканалдары аша ҡарай аласаҡ.
Киләһе йылдан "Бишек" проектын күп милләтле итеү планы бар. Был иһә - халыҡ оҫталары өсөн дә, күп милләтле республика халҡының бишек йырын таратыу өсөн тағы бер мөмкинлек.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: