+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2020, 20:54

93 ойошма ҡатнаша

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына Башҡортостан Республикаһының 93 предприятиеһы ингән. Был 2020 йылға федераль үҙәк билдәләгән маҡсаттың 121 процентын тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.#миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан #производительностьтруда

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына Башҡортостан Республикаһының 93 предприятиеһы ингән. Был 2020 йылға федераль үҙәк билдәләгән маҡсаттың 121 процентын тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан #производительностьтруда
Декабрҙә БР Хөкүмәте тағы ла өс компания менән килешеү төҙөгән. Улар: “Корунд” ЯСЙ, “Эшселәр кейеме комбинаты” АЙ, “Висма” ЯСЙ. Был хаҡта БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итә.
“Төбәк компетенциялар үҙәге идаралығында эшләгән предприятиеларҙа һаҡсыл етештереү принциптарын һәм инструменттарын индереү хеҙмәт етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирҙе. Эш барышы ваҡыты 44,5 процентҡа кәмене”, – ти Айрат Фәхретдинов.
Милли проект сиктәрендә һаҡсыл етештереүгә, маҡсаттарҙы бүлеп башҡарыуға һәм етештереү барышын оптималләштереүгә 1388 хеҙмәткәр өйрәтелгән. Был һан – пландың 168 проценты.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында 0,4 – 30 миллиард һум төшөм алған предприятиелар ҡатнаша ала. Проектҡа инеү өсөн производительность.рф сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: