+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2020, 19:08

15 меңдән артып киттеләр

Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус йоҡтороусылар 15 меңдән артып китте.

Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус йоҡтороусылар 15 меңдән артып китте: 6 декабргә ҡарата улар 15 121 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә сир 146 яҡташыбыҙҙа табылған.
Стационарҙарҙа әлеге мәлдә 596 ауырыу ята. Ауыр хәлдәгеләре – 45, яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алыусылар – 12. 2 020 сырхау сирҙе еңел кисерә һәм өйөндә дауалана.
Тәүлек эсендә 18 кеше дауахананан сығарылған. Коронавирустан һауығыуға өлгәшеүселәр барлығы – 12 415.
COVID-19-ҙан тағы ике ғүмер өҙөлөүе хаҡында билдәле булды. Төбәгебеҙҙә унан вафат булыусылар 90-ға етте...
Көн һайын үпкә ялҡынһыныуы менән сирләүселәр ҙә арта. Аҙаҡҡы тәүлектә пневмония 389 сырхауҙа асыҡланған, шул уҡ ваҡытта 396 кеше, унан ҡотолоп, стационарҙан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: