Һылыуҡай тажын Учалынан Ләйсән Шөғәйепова яуланы. Уға конкурстың төп бүләге - "Лада Гранта" автомобиле тапшырылды.
Бөтә Рәсәй һылыуҙар конкурсы иң-иңдәрҙе билдәләне. Быйыл бәйге республиканан күпкә ситкә сыҡты. Башҡортостан вәкилдәренән тыш, унда илдең 11 төбәге - Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Пермь, Хансы-Мансы, Һамар, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүсе башҡорт ҡыҙҙары ла бар ине.
Башҡортостанда үткән һылыуҙар конкурсы башҡа бәйгеләрҙән бер ни тиклем айырыла. Унда элек-электән тышҡы сибәрлектән тыш, ҡыҙҙарҙың эске күңеле, рухы, һәләте, телде, тарихты, мәҙәниәтте яҡшы белеүе иҫәпкә алына ине. Быйыл ҡыҙҙар араһында төрлө диалектта, рус телендә аралашыусыларҙың булыуын иҫәпкә алып, телде мотлаҡ белеүгә баҫым яһалманы, әммә конкурсҡа әҙерләнгәндә улар башҡорт телен махсус өйрәнде. Жюри рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, ситтән килгән ҡатнашыусылар араһында ла башҡорт телен яҡшы белгән ҡыҙҙарҙы күреү ҡыуаныслы.
Финалда ҡыҙҙар билдәле Рәсәй дизайнеры, кутюрье Игорь Гуляевтың коллекцияларын тәҡдим итте.
- Үҙ тамырҙарыңды юғалтмау, туған телеңдә һөйләшеү бик үҙенсәлекле күренеш ул. Мин бөгөнгө конкурста ҡатнашҡан ҡыҙҙарға һоҡланып ултырҙым. Уларҙың барыһы ла әсә телендә шул тиклем матур итеп һөйләшә, белә. Йәш быуын мотлаҡ тамырҙарын онотмаҫҡа тейеш тип иҫәпләйем, - тине ул.
Артабан беренсе урын - Сибай ҡыҙы Шәүрә Яхинаға, икенсе урын Пермь крайынан Гүзәл Назарғолова менән Ырымбур өлкәһенән Линиза Солтанғужинаға тапшырылды. Өсөнсө урындарҙы Мәләүездән Дилә Вәлиева, Бөрйәндән Эльвина Семенова, Көйөргәҙенән Розалина Ибраһимова бүлеште.
Конкурстың йомғаҡтары буйынса ҡыҙҙарҙың береһе лә урынһыҙ ҡалманы. Уларҙың һәр ҡайһыһы төрлө номинацияларҙа урын яуланы.