+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 01:58

Рәсәй Президентына һорау бирҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин онлайн режимында инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән аралашты, уларҙың проблемаларын һәм үтенестәрен тыңланы. Президент менән тура эфирҙа әрме хеҙмәтендә ике аяғын юғалтҡан яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев та ҡатнашты. Ике бала атаһы, спортсы, билдәле блогер булып киткән Рөстәм үҙенең һорауҙары менән ил етәксеһенә мөрәжәғәт итте.

Мәғлүм булыуынса, Рөстәм Нәбиев әүҙем тормош позицияһы менән йәшәй, ул аяҡһыҙ көйөнә парашюттан да һикерә, параолимпия уйындарында ла ҡатнаша. Ҡыҫҡаһы, уның тормошҡа зарланып ултырырға ваҡыты юҡ. Президентҡа ул Европаның иң юғары нөктәһе - Эльбрусты яулауын да һөйләне.
- Кеше мөмкинлектәренең сиге юҡ. Мин аяҡһыҙ көйөнә Эльбрусты яуланым. Быны оҙаҡламай Рәсәйҙең рекордтар китабына индәрәсәктәр. Киләһе маҡсатым - Гималайҙағы 8000 метрлыҡ Чо-Ойю тауына үрмәләү, - тип пландары менән бүлеште ул.
Владимир Путин Рөстәм Нәбиевтың ҡатыны Индира менән дә әңгәмәләште. Иптәшен ундай алыҫ юлға нисек оҙатыуын һорашты. Индира үҙ сиратында мөмкин булмағанды эшләргә ынтылған Рөстәмдең бөтә башланғыстарын да тулыһынса хуплауын белдерҙе.
Рөстәм Нәбиев Президенттан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн спорт һәм туризмда барьерһыҙ инфрострурктура төҙөү кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте. Шулай уҡ ул, үҙенең киләһе сәйәхәтен төшөрөп, кешеләргә күрһәтеү теләген дә еткерҙе. Был иһә тормоштан ваз кискән йә иһә йәшәүгә өмөтөн өҙгән кешеләр өсөн бер өлгө булыр ине, тип билдәләне егет.
Владимир Путин был һорауҙарҙы яҙып алды һәм уның һәр береһенә иғтибар буласағын белдерҙе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: