+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 11:35

Рәмзил Күсәрбаев Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәмзил Күсәрбаевты республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры итеп тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәмзил Күсәрбаевты республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры итеп тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Быға тиклем ул ведомство башлығы вазифаһын башҡарыусы булып эшләне.
Белешмә:
Рәмзил Күсәрбаев 1977 йылдың 9 майында Туймазы районы Ғәфүр ауылында тыуған. Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумын, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда «Ауыл төҙөүсеһе» бәләкәй предприятиеһында ташсы булып башлай.
2001-2002 йылдарҙа – «Октябрьскнефть» идаралығында ташсы, мастер.
2004-2005 йылдарҙа – «Октябрьскнефть» идаралығында инженер.
2005-2006 йылдарҙа – «Башнефть-Өфө» йәмғиәтенең Октябрьский нефть һәм газ сығарыу идаралығында инженер.
2006-2011 йылдарҙа – «Нефтестроймонтаж»дың Октябрьский идаралығында директор вазифаһын башҡарыусы, директор.
2011-2013 йылдарҙа – «Нефтестроймонтаж»дың Приют идаралығында Серафимовка төҙөлөш-монтаж цехы начальнигы урынбаҫары.
2013-2016 йылдарҙа – Туймазы районы хакимиәте башлығының сәнәғәт, төҙөлөш, бәйләнеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары.
2016-2020 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе.
2020 йылда – Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: