-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 11:40

Рөхсәтһеҙ ерләгән өсөн - штраф

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ҡайһы бер үҙгәрештәр индереү тураһында законды раҫланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ҡайһы бер үҙгәрештәр индереү тураһында законды раҫланы.
Уға ярашлы, 2020 йылдың 10 декабренән мәрхүмдәрҙе ерләүгә бәйле яңы штрафтар көсөнә инә.
Рөхсәтһеҙ ерләгән өсөн граждандарға – 1-3 мең, вазифалы кешеләргә – 10-20 мең, ойошмаларға 100-200 мең һум штраф ҡаралған.
Ҡәберлектәрҙе тәртиптә тотмаған өсөн дә Башҡортостан Республикаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының үҙгәртелгән 3.5-се статьяһы штраф индереүҙе күҙ уңында тота: граждандарға – 1-3 мең, вазифалы кешеләргә – 3-5 мең, ойошмаларға – 5-10 мең һум.
Ҡәбергә ҡойма йәки таш законһыҙ ҡуйылған осраҡта штрафтың 1-30 мең һум тәшкил итеүе мөмкин.
Читайте нас: