Коронавирустан профилактика сифатында антибиотиктарҙы контролһеҙ ҡабул итеү бик хәүефле, бының ауыр эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йоғошло ауырыуҙар буйынса баш штаттан тыш белгесе Дамир Вәлишин “Башинформ”ға биргән интервьюһында шулай тип белдерә.
Табип антибиотиктар тәғәйенләү өсөн аныҡ күрһәтмәләр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. “COVID-19 – вируслы инфекция, ул антибиотиктар менән дауаланмай. Коронавирус ваҡытында кемгә антибиотик тәғәйенләргә мөмкинлеге хаҡында аныҡ билдәләүҙәр бар. Антибиотиктар тик бактерияларға ғына йоғонто яһай. Шуға күрә улар бактериаль өҙлөгөүҙәр ҡушылғанда ғына тәғәйенләнә, – тип аңлата Дамир Вәлишин. – Ләкин халыҡта ни эшләптер шундай фекер йәшәй: сирләү менән, шунда уҡ, табип тәғәйенләүенән башҡа антибиотик эсә башлайҙар. Был, киреһенсә, организмға етди зыян килтерә”.
Һүҙ, беренсе сиратта, антибиотиктарға тотороҡло бактериялар штаммы барлыҡҡа килеү тураһында бара. Улар аҙаҡтан бик ауыр сирҙәр тыуҙырырға мөмкин.
“Антибиотиктарҙың кире эҙемтәләре күп. Күрһәтмәләрһеҙ, табип тәғәйенләүенән башҡа ҡабул иткәндә хатта анафилактик шок (киҫкен аллергия реакцияһы) булыуы ихтимал, – тип өҫтәне баш инфекционист. – Шунлыҡтан, дөрөҫ диагноз ҡуйһын һәм тейешле дауалау билдәләһен өсөн, һәр ваҡыт иң элек табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кешеләр уйлап тормайынса, ҡурҡыштан антибиотик эсә башлайҙар икән, улар өсөн был бик күңелһеҙ тамамланыуы бар”.
Коронавирус – ул васкулит йәки ҡан тамырҙарының зарарланыуы. Халыҡҡа шуны еткереү мөһим: COVID-19 менән сирләгәндә үпкәләге, бөйөрҙәге, йөрәктәге, мейеләге тамырҙар зыян күрә, ти табип.
Фото “Башинформ”дан алынды.