+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 11:00

Генералға лайыҡлы һәйкәл

Өфөлә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу буйынса иң яҡшы проектты һайлайҙар. Буласаҡ монумент өсөн асыҡ иғлан ителгән конкурсҡа 19 проект тәҡдим ителгән.

Өфөлә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу буйынса иң яҡшы проектты һайлайҙар. Буласаҡ монумент өсөн асыҡ иғлан ителгән конкурсҡа 19 проект тәҡдим ителгән.
Проект материалдарының авторҙары сер итеп тотола. Комиссияның ултырышына проектты тикшереү өсөн эскперттар һәм йәмәғәтселек вәкилдәрен саҡырыу ҡарар ителгән.
Конкурс проекттары менән журналистар, рәссамдәр берлеге, Республика Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары буйынса совет, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы ассамблеяһы ағзалары танышҡан.
- Миңлеғәле Шайморатов - Башҡортостандың күп милләтле халҡының ҡаһарманлыҡ символы. Бюрократия кәртәләренә ҡарамаҫтан, ул беҙгә Рәсәй геройы булып ҡайтты. Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы ассамблеяһы үҙенең һәйкәл вариантын һайланы. Унда генерал образы хәрби аты, ҡылысы менән һынландырылған һәм батырҙың ҡарашы киләсәккә төбәлгән, - тине ассамблеяның рәйесе Зөһөрә Рәхмәтуллина.
Конкурс комиссияһының йомғаҡлау ултырышы киләһе аҙнала үтә. Билдәле булыуынса, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һөйкәле Өфөнөң Совет майҙанына ҡуйыласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: