-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 17:03

Экологик тормош рәүешенә арналған

Өфөләге МЕГА сауҙа үҙәгендә экологик тормош рәүеше алып барыуға арналған интерактив күргәҙмә асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #экоБашкортостан

Өфөләге МЕГА сауҙа үҙәгендә экологик тормош рәүеше алып барыуға арналған интерактив күргәҙмә асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #экоБашкортостан
Проект МЕГА һәм ИКЕА компаниялары башланғысы менән ойошторолған, тип белдерә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был компаниялар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә әүҙем сәйәсәт алып барыуы менән билдәле.
Сараны ойоштороусылар 25 килограмм текстиль өй әйбере, 350 килограмм кейем йыйған. Улар ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә тапшырыласаҡ.
Сара “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.
Икенсел сеймал йыйыу ғәҙәттәгесә дауам итә. Ентекле мәғлүмәтте МЕГА сауҙа үҙәге сайтында ҡарарға мөмкин.
Күргәҙмә 30 декабргә тиклем Сик (Рубежная) урамы, 174 адресы буйынса эшләй.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: