+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 17:47

Башҡортса социаль видеояҙмалар конкурсы оҙайтыла

“Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” социаль видеороликтар конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү 10 декабргә тиклем оҙайтыла.

“Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” социаль видеороликтар конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү 10 декабргә тиклем оҙайтыла.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд, БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы һәм БР Мәҙәниәт министрлығы “Башҡорт теленә ЯҢЫ ҠАРАШ” социаль видеороликтар конкурсы иғлан итте. Бәйге социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Конкурстың маҡсаты – технологиялар һәм интернет заманында туған башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә йәмәғәттең иғтибарын йүнәлтеү. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Әле 20-нән ашыу эш ҡабул ителгән. Улар менән ошо һылтанма буйынса танышырға була: https://vk.com/videos-182678571?section=album_11. Ойоштороусылар конкурс эше форматы һәм тышҡы күренешен башҡарыу буйынса кәңәштәр бирә.
Видеояҙманың оҙайлығы – 15 – 60 секунд, ул AVCHD, AVI, MOV, MPEG-2 или MPEG-4 форматында горизонталь төшөрөлөргә тейеш. Текстың һәм тауыштың башҡорт телендә, русса булһа, башҡортса субтитрҙар булыуы зарур. Роликтың башында йә аҙағында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фондтың логотибын ҡулланыу кәрәк.
Видеоматериалдарҙа авторлыҡ тураһында титрҙар мотлаҡ. Реклама ҡулланыу ярамай.
Еңеүселәр 12 декабрҙә “Арт-квадрат”та үтәсәк сараға саҡырыласаҡ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: