+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 21:14

144 кешелә – коронавирус, 408-ендә – пневмония

Пандемия башланғандан алып 14 833 яҡташыбыҙҙың коронавирусҡа анализы ыңғай һөҙөмтә күрһәткән.

Аҙаҡҡы тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың 144 осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып 14 833 яҡташыбыҙҙың коронавирусҡа анализы ыңғай һөҙөмтә күрһәткән, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Әле стационарҙарҙа 575 ауырыу COVID-19-ға ҡаршы көрәшә. 48-енең хәле ауыр, унауһы яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Инфекцияны сағыштырмаса еңел уҙғарыусы 1 884 сырхау өйөндә дауалана.
Вирус тарала башлағандан бирле йәмғеһе 12 287 кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан, шуларҙың 76-һы – һуңғы тәүлектә.
Үкенескә ҡаршы, мәкерле сир республикала тағы ла бер ғүмерҙе алып китте – коронавирустан Өфөлә йәшәүсе 1953 йылғы ир донъя ҡуйҙы. Ул йөрәк ишемияһы, кардиосклероз, гипертония, атеросклероз менән дә ауырыған булған. Пандемия ҡорбандары төбәгебеҙҙә 87-гә етте.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, кисәле-бөгөнлө ул 408 сырхауҙа асыҡланған, шул уҡ ваҡытта үпкә ялҡынһыныуынан дауаланыусы 416 кеше, шәпләнеп, стационарҙан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: