0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 21:48

Республикаланың СПИД-ҡа ҡаршы үҙәге – илдә иң яҡшыларҙың береһе

Башҡортостандың СПИД һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылған.

Башҡортостандың СПИД һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип танылған.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 1 декабрҙә, Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөндә, “СПИД-ҡа ҡаршы көрәш буйынса иң яҡшы үҙәк” конкурсына йомғаҡ яһаған. Еңеүселәрҙе эксперттар һәм НКО вәкилдәре билдәләгән. Иң яҡшылар араһына шулай уҡ Ямал-Ненец округындағы һәм Санкт-Петербургтағы шундай үҙәктәр ингән.
Башҡортостанда 1987 йылдан башлап, йәғни бөтә күҙәтеү осоронда, 35,7 мең ВИЧ-йоҡтороусы асыҡланған, тип билдәләй “Башинформ”. 2020 йылдың ноябре аҙағына республикала бындай диагнозлы ауырыуҙар 21,2 мең тәшкил иткән. 2020 йылдың ғинуар-ноябрендә Башҡортостанда сирҙең 1 820 осрағы теркәлгән. Был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 29 процентҡа тиерлек аҙыраҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: