-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 11:25

Чубайс китә икән

Анатолия Чубайс исеме урта йәштән өлкәнерәктәргә “вучер” тигән алдатҡыс ҡағыҙ һәм үткән быуаттың 90-сы йылдарында көн һайын электр утының ике-өс сәғәткә һүндерелеүе менән билдәле.

Анатолия Чубайс исеме урта йәштән өлкәнерәктәргә “вучер” тигән алдатҡыс ҡағыҙ һәм үткән быуаттың 90-сы йылдарында көн һайын электр утының ике-өс сәғәткә һүндерелеүе менән билдәле.
Ул 2008 йылдан Рәсәйҙең нанотехнологиялар корпорацияһын етәкләй ине. Кисә Президент Владимир Путин корпорацияны етәкләргә Хәрби-сәнәғәт комиссияһы коллегияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Куликовҡа тәҡдим итте.
Билдәле булыуынса, Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин үҫеш институттарын оптимизациялау тураһында иғлан иткәйне. "Роснано" башҡа шундай ойошмалар менән дәүләт корпорацияһына инәсәк.
Анатолия Чубайсҡа ниндәй вазифа бирелеүе тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: