"Башҡорт теленә яңы ҡараш" социаль видеороликтар конкурсы иғлан ителде. Уны башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау фонды республика Мәғариф министрлығы менән берлектә ойоштора һәм ул социаль селтәрҙәрҙә туған телде үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Технологиялар һәм интернет заманында әсә телен өйрәнеү проблемаһына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү - конкурстың төп маҡсаты. Унда ҡатнашыу өсөн йәш сикләүе юҡ. Әлеге ваҡытта конкурсҡа 20-ләп эш ҡабул ителгән. Уларҙы ошо һылтанмаға инеп баһаларға мөмкин: https://vk.com/videos-182678571?section=album_11 .
Видеороликтарға талаптар юғары, уның хронометражы-15-60 секундтан артмаҫҡа тейеш, төрлө форматтағы төшөрөү шарты ҡуйылған. Кадр артындағы автор һүҙҙәрен башҡорт телендә уҡыу, русса булған осраҡта башҡортса субтитр һалыу талап ителә. Роликтың башында йә иһә финалында "Башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау фонды"ның логотибын ҡуйыу мотлаҡ. Социаль роликтар материалында авторҙар титрҙа үҙҙәренең исем-фамилияһын ҡуйырға тейеш, реклама материалдарын файҙаланыу тыйыла. Нисек төшөрөү хаҡында өлгөләр ошонда: https://vk.com/videos-182678571?section=album_8
Конкурсҡа материалдар ҡабул итеү 10 декабргә тиклем оҙайтылған.
Еңеүселәр 12 декабрҙә Арт-квадратта үтәсәк сараға саҡырылған. Уларҙы ҡиммәтле бүләктәр ҙә көтә.