+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2020, 22:24

50-гә яҡын сырхауҙың хәле ауыр

3 декабргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы, дөйөм алғанда, 14 689 ауырыуҙа раҫланған.

3 декабргә ҡарата Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы, дөйөм алғанда, 14 689 ауырыуҙа раҫланған. Тәүлек эсендә сирҙе йоҡтороусылар 141-гә артҡан.
Стационарҙа әлеге ваҡытта 538 сырхау ята. Шуларҙың 48-енең хәле ауыр, тип билдәләй табиптар. Улар 12 ауырыуҙы яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булған. Амбулатор дауаланыусылар – 1 854.
Аҙаҡҡы тәүлектә 71 кеше, вирусты еңеп, дауахананан сыҡҡан. Йәмғеһе 12 211 яҡташыбыҙ һауығыуға өлгәшкән.
Уҙған тәүлектә коронавирустан йәнә бер үлем осрағы теркәлгән. Республикала был шәфҡәтһеҙ инфекциянан вафат булыусылар хәҙер – 86.
Дауахананан тыш пневмония менән кисә һәм бөгөн 405 кеше ауырыған. Үпкә ялҡынһыныуынан сәләмәтләнеп, стационарҙан өйөнә ҡайтыусылар – 412.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: