+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2020, 17:53

Тағы ике яҡташыбыҙҙы юғалттыҡ

Һуңғы тәүлектә коронавирустан тағы ике яҡташыбыҙ вафат булған.

Һуңғы тәүлектә коронавирустан тағы ике яҡташыбыҙ вафат булған. Пандемия башланғандан алып мәкерле вирустан донъя ҡуйыусылар 85-кә етте.
2 декабргә ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 14 548 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә сир 142 ауырыуҙа раҫланған.
1 774 сырхау – өйөндә, 549-ы стационарҙа дауалана. Ауыр хәлдәгеләр кисә 40 булһа, бөгөн – 43. 11-е, үҙҙәре тын ала алмағанлыҡтан, яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.
Кисәле-бөгөнлө 131 кеше дауахананан ҡайтҡан, ә март айынан, йәғни вирус ябырылғандан алып, был инфекциянан һауығыусылар 12 140 тәшкил итә.
Үпкә ялҡынһыныуы менән сирләүселәр ҙә көн һайын күбәйә. Үткән тәүлектә пневмония менән ауырыған 427 сырхау асыҡланған, 433 кеше, унан ҡотолоп, стационарҙан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: